Раевка ауылындағы мәҙәниәт һарайында Нефтекама артистары тарафынан патриотик концерт ҡуйылды. «Рәсәй - тыуған илем» циклына индерелгән мәҙәни программаға мәктәп уҡыусылары тамаша ҡылды. Илһөйәрлек менән һуғарылған сығыштарҙы беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Виртуоз музыкант Ильяс Гәрәев балалайка ҡылдарын сиртеп, барыһына ла таныш булған йырҙарҙың заманса эшкәртеүҙәге көйҙәрен башҡарҙы. Һүҙһеҙ генә тамашасы йөрәген яулау серҙәрен ул яҡшы белә. «Иң мөһиме - залдағыларға күңел йылыһын бүләк итеү,»- ти талантлы артист.
Раевка мәҙәниәт һарайында ойошторолған патриотик концерт программаһында балалайка менән сығыштарҙың төп урын алыуы осраҡлы түгел. Ҡыллы музыка ҡоралы - рус мәҙәниәте сағылышы. Рәсәй символы һанала. Ильяс Гәрәев һуғыш йылдары, тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған композицияларға төп баҫым яһаны. Йәш тамашасылар үҙ сиратында залды ялмап алған көйгә ҡушылып йырланы.
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Балалайка өсөн сиктәр юҡ» тип исемләнгән бай концерт программаһы тәҡдим итте. Музыка ҡоралында уйнауҙан тыш, йырҙар аша ла Ватанға һөйөү һүҙҙәре яңғыраны. Залда йыйылған дүрт йөҙ мәктәп уҡыусыһы һәр сығышты көслө алҡыштар менән ҡаршылап оҙатты. Әлшәй районын илһөйәрҙәр төбәге тиһәк бер ҙә хата булмаҫ, балаларҙың ҡарашында рух, тарихты белеп үҫеү сағыла.
Нефтекама артистары патриотик концерттары менән бар Башҡортостанды урап сығырға теләй. Маҡсат изге - кескәй йөрәктәрҙә Ватанға ҡарата һөйөүҙе, ғорурлыҡ тойғоһон арттырыу. Раевкалағы сығыштар иһә тик йылы тәьҫораттар ҡалдырған.
Әлшәй районында үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә. Йәш армеецтар хәрәкәтендә генә мең өс йөҙҙән ашыу уҡыусы. Шулай уҡ быйыл Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында шайморатовсыларҙың ике классы ойошторолған.
Гөлназ Хәйбуллина