Быйыл Башҡортостан юл фонды 35 миллиард һумдан артты

Был турала премьер-министр Андрей Назаров  Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты" форумында белдерҙе. - Уҙған йыл менән сағыштырғанда аҡса 20 процентҡа күберәк. Быйыл мең километрға яҡын юл ремонтланды, 60 километр трасса реконструкцияланды. Һуңғы йылдарҙа инфраструктура яҡшырҙы. Граждандарҙың хәүефһеҙлеге, юлдарҙа уңайлылыҡ беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыс, -тине Андрей Назаров. Мәскәүҙә транспорт форумы 19 ноябргә тиклем дауам итә.