Унда төрлө илдәрҙән 200-гә яҡын предприятие тауарын алып килгән. Башҡортостан ойошмалары сәй, бал, ит продукцияһы тәҡдим итә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан һәм Беларусь ауыл хужалығында тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Күргәҙмә барышында был бәйләнештәрҙе тағы нығытыу маҡсаты ҡуйыла. Форум бөгөн дауам итә.