Дәүләт Думаһы депутаттарын документ менән финанс ойошма рәйесе Эльвира Нәбиуллина таныштырҙы. Санкцияларҙың алдағы йылдарҙа ла һаҡланыуы көтөлә. Ошоға бәйле киләһе йылда инфляцияның 7 процент булыуы фаразлана. Иҡтисадтың алдағы йылдарҙа үҫешә башлауы күҙаллана. -Рәсәй финанс системаһы ҡатмарлыҡтарҙы үтә ала ,- тине Эльвира Нәбиуллина.