Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ҡала ситендәге стационар лагерҙа тәүлегенә бер баланың ял итеү хаҡы 1 045, палатка тибындағы балалар лагерында 267 һум була. 21 көнлөк юллама хаҡы 22 мең һумға барып баҫа. Мәктәп яны лагерҙарында аҙыҡ-түлек йыйылмаһы хаҡы ике тапҡыр туҡланғанда — 140, өс тапҡыр туҡланғанда 207 һумға билдәләнә.