Башҡортостанда Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре наркотиктар эшләгән ҙур лабораторияны асыҡланған

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы районында шәхси йорттарҙың береһендә тентеү үткәрелгән. Бында төрлө ҡорамалдар табылған. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, лабораторияла 83 миллион һумға наркотик матдәләр етештерелгән. Өс кеше ҡулға алынған, ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.