Йүнселдәргә административ баҫым өлкәһендә контроль органдарының эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу мөһим. Был турала бөгөн Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле ҡарамағындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә билдәләнде. Осрашыуҙа федераль һәм республика күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле менән Столыпин институты бер нисә йыл рәттән илдә йүнселдәргә административ баҫым индексын иҫәпләй. Унда эшҡыуарлыҡ субъекттарында үткәрелгән төрлө тикшереүҙәр иҫәпкә алына. Күрһәткес ил төбәктәрендәге хәлде лә аныҡларға мөмкинлек бирә.
Индексты төҙөүҙең маҡсаты эшҡыуарлыҡҡа бюрократия кәртәләрен кәметеү, уларҙың эшмәкәрлегенә аяҡ салмау. Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Флүр Әсәҙуллин фекеренсә, һуңғы йылдарҙа республикала эшҡыуарлыҡҡа административ баҫым кәмей. 2021 йылда Башҡортостан ил төбәктәре рейтингының 9-сы баҫҡысында нығынғайны. Быйыл да күрһәткестәр насарҙан түгел. Шулай ҙа, күҙәтеү органдары менән эшҡыуарлыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе артабан камиллаштырырға урын бар әле.