Башҡортостан Милли музейында Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең юбилейына арналған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә «Сабитов мәктәбенең бөйөк исемдәре» башҡорт музыка фестивале сиктәрендә ойошторолған. Унда билдәле композитор Нариман Сабитов һәм 1971 йылдан алып уның исемен йөрөткән 1-се музыка мәктәбенең тарихы, Башҡортостанда профессиональ музыка үҫеше сағылған.
Экспонаттар араһында тарихи документтар, Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры булып эшләгән Нариман Сабитовтың үҙ ҡулы менән яҙылған ноталар дәфтәре һәм сәхнә костюмдары бар. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә композиторҙар менән осрашыу, ҙур концерт уҙғарыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли музейындағы күргәҙмә менән 15 декабргә тиклем танышырға мөмкин.