Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш рейтингында 4-се урынға сыҡҡан

Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән 2021 йылда төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫеш рейтингында 4-се урынға сыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республиканың абруйлы рейтингта Топ-5 исемлегенә инеүе ҙур ҡаҙаныш. «Был биш төбәктең ғилми-технологик мөхитендә сифатлы үҙгәрештәр күҙәтелә һәм фән үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тормошҡа ашырыла.

Уңыштарыбыҙҙың локомотивы булып Евразия фәнни -мәғариф үҙәге тора. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары донъяның фән картаһында күренә бара, беҙ күләмле федераль проекттарҙы бойомға ашырабыҙ - юғары уҡыу йорттары өсөн кампус төҙөлә, республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Ике йыл дауамында йәштәр ғилми-мәғариф үҙәктәре эшләй, эре сәнәғәт предприятиелары менән берлектә алдынғы инженерҙар мәктәбе асылды.

Йәш ғалимдар һәм уҡытыусыларға стажировка үтеү һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүленеүе лә оло әһәмиәткә эйә. Мәсьәләнең социаль яғын да онотманыҡ, тип белдергән Башҡортостан башлығы.