Бөгөн Өфөлә ВДНХ-Экспо күргәҙмә залында «Машина төҙөү. Металл эшкәртеү. Өфөнөң инновация потенциалы» күргәҙмәһе эш башланы. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостандан 60 компания ҡатнаша. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Тәҙрәнән һыуыҡ түгел, йылы өрә. Сөнки быялалар үҙенсәлекле технология менән эшкәртелгән. 1 квадрат метр майҙаны 35 градусҡа тиклем йылынғанда 60 ватт электр сарыф ителә. Йәки бер электр лампаһы ҡеүәте тиклем. Бассейен, теплица, объекттарға һәм шәхси йорттарға панорамалы тәҙрәләр эшләү өсөн ҡулай. Яңы төр тәҙрәләр Өфөлә эшләп сығарыла. Эшҡыуар быйыл март айында республика Хөкүмәтендә үткән инвестиция сәғәтендә ҡатнашҡан һәм киләсәктә производство ҡеүәтен арттырыу күҙаллана. Күргәҙмәнең «Өфөнөң инновация потенциалы» бүлегендә ошондай заманса ҡаҙаныштар урын алған.
Башҡа төр транспорт үтә алмаған урман юлдары, йылға- һаҙлыҡтар көрт баҫҡан ялан- ҡырҙар буйлап квадроцикл еңел бара. Уны сәнәғәт предприятиелары, бигерәк тә нефть тармағы, туризм, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һатып ала. Башҡортостан инженерҙары башҡа квадроциклдарға ҡарап, уларҙан яҡшыраҡ итеп эшләгән. Был транспортты йыл әйләнәһенә ҡулланып була. Айына әле ошондай 15 техника эшләп сығарыла.
ВДНХ Экспо күргәҙмәләр залында илдең 12 төбәгенән 60 компания үҙ тауарын тәҡдим итә. Өс көн дауамында эшлекле кәңәшмәләр, түңәрәк өҫтәл һәм лекциялар үтә. Мәскәү, Силәбе, Пермь, Магнитогорск ҡалаларынан һәм Беларусь республикаһынан спикерҙар сығыш яһай.
Станоктар, металл ҡырҡыу өсөн ҡоролмалар, инструменттар - күргәҙмәлә был өлкәлә уңышлы эшләп килгән предприятиелар үҙ тауарын тәҡдим итә. Мәҫәлән, иретеп-йәбештереү өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр Салауат ҡалаһынан.
Производство үҫеше темаһына топ бизнес-тренерҙар сығыш яһай. Сара сиктәрендә төрлө номинациялар буйынса «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.
Күргәҙмәлә республика мәктәптәренән бәләкәй инженерҙар ҙа ҡатнаша. Быйыл беренсе тапҡыр йәш сәнәғәтселәр клубы ултырышы үтә.
Рәмилә Исмәғилева