Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт вахтаһында булған Башҡортостан вәкилдәре махсус хәрби операция биләмәһендәге Достовалов батальонына гуманитар ярҙам күрһәтте.
Улар яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын үтәгән ергә барып, республика яугирҙары менән осрашты. Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан юлсылары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр һәм табиптар эшләй. Ҡулына ҡорал тотоп ил һағына баҫҡан яугирҙарға ярҙамға һәр кем үҙ өлөшөн индергән. Алғы һыҙыҡҡа ылауҙы Донбасҡа оҙайлы командировкаға ебәрелгән Хөкүмәт апппараты етәксеһе, Башҡортостан республикаһы министры Азамат Абдрахманов илтте.
Осрашыу барышында Азамат Абдрахманов яугирҙарҙың көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың борсоған шәхси мәсьәләләрен дә яҙып алды. Достовалов батальоны яугирҙары иһә, еңеү менән Башҡортостанға ҡайтҡас республика башлығы янына сәйгә инергә вәғәҙәләне.