Өфө предприятиеларының береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йоҡо тоҡтары тегә

Быға тиклем «Урал экспедицияһы» компанияһы туристик әйберҙәр етештерһә, хәҙер махсус тәғәйенләнешле йоҡо тоҡтарын тегә башлаған. Уның өсөн Рәсәйҙә етештерелгән туҡымалар ҡулланыла.

Әле тегеү цехы ял көндәрһеҙ эшләү режимына күскән. 35 градус һыуыҡҡа тиклем иҫәпләнгән йоҡо тоҡтары ел дә, һыу ҙа үткәрмәй.

Йоҡо тоҡтарының конструкцияһын беҙҙең предприятие үҙе уйлап сығарҙы. Әле контрактҡа ярашлы, махсус техник задание буйынса эшләйбеҙ. Көн һайын 200-ҙән алып 500-гә тиклем йоҡо тоғо тегәбеҙ.

Сергей Степанов, «Урал экспедицияһы» компаниялар төркөмө генераль директоры