«Тулҡын» китабының исем туйы үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Тулҡын» китабының исем туйы үтте. Йыйынтыҡ «Беҙҙең Аҡмулла» мәғрифәтселек мәктәбе» проекты сиктәрендә донъя күргән. Унда «Тулҡын» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеүсе йәш шағирҙарҙың әҫәрҙәре тупланған. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ҡәләмен яңы һынай башлаған йәш авторҙар шағирә Фирүзә Абдуллина һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән яҡындан аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә. Өҫтәл артында ултырып һөйләшеү «Беҙҙең Аҡмулла» мәғрифәтселек мәктәбе» проектының бер өлөшө. Сараға студенттар ғына түгел, республиканың төрлө мәктәптәрендә белем алған йәш ижадсылар саҡырылған.

«Тулҡын» әҙәби түңәрәгенә йөрөүсе студенттарҙан тыш, яңы йыйынтыҡта мәктәп уҡыусыларының да ижады урын алған. Китап «Рәсәй йәштәре» конкурсының «Хәтерлә» номинацияһында лайыҡ булған грант ярҙамында баҫтырыла. Унда «Беҙҙең Аҡмулла» мәғрифәтселек мәктәбе» проекты 500 мең һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа эйә була. Проект сиктәрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары ҡатнашлығында «Алтын лекциялар» ҙа яҙҙырыла. Уларҙы «Беҙ-башҡорттар» интернет-порталында табырға мөмкин.

Мәғрифәтселек мәктәбе әҙәби ҡәһүәхана форматында эшләй. Бында һәләтле йәштәрҙе йыйып әҙәби кисәләр, ҡәләм оҫталары менән осрашыуҙар үткәрелә.

«Тулҡын» йыйынтығының исем туйы был китапҡа ингән шиғыр авторҙарын бүләкләү менән тамаланды.

Әлфинә Килдейәрова