Өфө һыу аҫты кәмәһе оло йөҙөүгә сыға

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы исемен йөрөткән һыу аҫты кәмәһе Хәрби диңгеҙ флотына тапшырылды. Бөгөндән алып ул һәр төрлө хәрби заданиены үтәргә әҙер.

«Өфө» 636 «Варшавянка» серияһының дүртенсеһе һыу аҫты кәмәһе. Ул үҙенең тауышһыҙ йөрөүе менән тотош донъяла танылыу алған. Ҡеүәтле ракеталар менән йыһазландырылған кәмәлә иң һуңғы технологиялар ҡулланып эшләнгән навигация системаһы тора. Тимәк, дошман караптарына уларҙы һыу аҫтынан табыу бик ауыр.

Кәмә тауышһыҙ тиһәң дә була. Әгәр ҙә «Варшавянка» проектының тәүге кәмәләре «Ҡара бушлыҡ» тип йөрөтөлһә, былары уларҙан ике тапҡырға камилыраҡ. Әлбиттә, барыһы ла экипаждан тора. Ә күнекмәләр күрһәтеүенсә, был кәмәлә үҙ эшен яҡшы белгән кешеләр хеҙмәт итә.

Николай Евменов Хәрби -диңгеҙ флотының баш командующийы

Өфөнөң оҙонлоғо башҡа синыфташтарыныҡы кеүек үк 74 метр, ә киңлеге ун тирәһе. Өс йөҙ метрға тиклем тәрәнлеккә төшә алған кәмә ай ярымдан ашыу үҙ аллы йөҙөүгә сыға ала.

Һыу аҫты кәмәһе өс йыл тирәһе төҙөлдө. 636 проекты өсөн был стандарт ваҡыт һәм ул предприятиеларҙың төрлө деталдәрҙе эшләп өлгөртә алыуына бәйле. Был кәмәлә алда төҙөлгән барлыҡ һыу аҫты кәмәләрендә ҡулланылған йыһаздарҙың иң-иңдәре ҡуйылған. Ватан сиген һаҡлауға Өфө ҙур өлөш индерәсәк.

Александр Бузаков «Адмиралтейские верфи» йәмғиәте генераль директоры

«Өфө» һыу аҫты кәмәһе быйыл мартта йөҙөүгә сыҡты. Уны һыуға төшөрөү тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ә традиция буйынса кәмәнең ҡиәмәт әсәһе тип Каринэ Хәбирова билдәләнде. Проекттың тәүге өс кәмәһе күптән инде хәрби-диңгеҙ флотына ҡабул ителгән. Серияның 5 һәм 6-сы, Можайск һәм Якутск кәмәләре әле төҙөлә генә һәм һуңғы субмарина 2024 йылда хәрби сафҡа баҫасаҡ.