Рәсәй Банкы Бөйөк Ватан һуғышы фотокүргәҙмәһен тәҡдим итә

Республика Хәрби Дан музейында «Еңеү тарихтары» тип исемләнгән экспозиция асылды.

Фотоһүрәттәрҙә 19 төрлө тәңкә. Уларҙың биҙәлешендә Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһы сағылдырылған. Фотоһүрәттәргә йәнәш тәңкәләрҙең тиражы, техник характеристикаһы, тарихы хаҡында мәғлүмәт тә бирелгән. Шулай уҡ Хәрби Дан музейы коллекцияһынан 95 төрлө тәңкә күрһәтелгән. Уларҙа ла Бөйөк Ватан һуғышының тарихи мәлдәре сығылдырылған.