Уның сиктәрендә район үҙәге, ҡала майҙандарында урынлаштырылған һырғалаҡтар белгестәр тарафынан тикшерелгәс, рөхсәт ҡағыҙы бирелә. Мәләүез ҡалаһынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Бер метрҙан да бейегерәк һырғалаҡ быйылдан аттракциондың бер төрө тип иҫәпләнә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр объект махсус сертификат менән мисәтләнергә тейеш. Әлеге кеүек. Мәләүез ҡалаһы үҙәгендә урынлаштырылған һырғалаҡ әле генә файҙаланыуға тапшырылмаясаҡ. Сөнки, документтары теүәл түгел.
Ай аҙағына тиклем ошоға оҡшаш объектты ҡаланың тағы ла бер-нисә биләмәһендә төҙөү күҙаллана.
Тәү сиратта хәүефһеҙлек. Оло быуын вәкилдәре лә һырғалаҡтың махсус тикшерелеүе яҡлы. Сөнки бындай саралар ҡыштың имен үтеүенә булышлыҡ итә. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балалар араһында йәрәхәтләнеү осраҡтары тап ошо миҙгелгә тура килә.
Азат Ғәлиуллин