Башҡортостан менән ШОС илдәре араһында яңы килешеүҙәр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Чжан Мин менән осрашты. Рәсми сарала яҡтар үҙ ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Әңгәмә барышында Андрей Назаров Башҡортостандың ШОС-тың эшлекле советы менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү ниәтен белдерҙе һәм совет ағзаларын декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Чжан Мин да саҡырыуҙы ҡабул итеп, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү яҡлы булыуын билдәләне. Былтырғы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ШОС илдәренең транспорт-логистик ҡеүәтен үҫтереү өсөн үҙәк төбәктәрҙең берһе тип билдәләнгән. Форумда 100 миллиард һумдан ашыу суммаға килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан быйыл да ШОС илдәре менән хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуын белдерә.