Иглин районында йәшәүселәр урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыусы әүҙем райондарҙың береһе булып тора. Быйыл районда иҫәпләнгән 19 ауыл биләмәһенең 18-е программаға инергә теләк белдергән.
Яңы Ҡыбау ауылы халҡы дәүләт ярҙамы менән урам юлдарын тәртипкә килтерергә иҫәп тота. Быға тиклем программа буйынса ауылға трактор һатып алынған, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған.