Берәҙәк эттәрҙе ҡырағай хайуандарға тиңләргә

Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына ошондай ҡануни башланғыс менән сыға. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, бөгөнгө закондар берәҙәк эттәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәш мөмкинлеге бирмәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың ғинуарынан «Хайуандар менән яуаплы мөғәләмә итеү тураһында» закон үҙ көсөнә ингәйне. Уға ярашлы, махсус хеҙмәттәр ҡарауһыҙ эттәрҙе тотоп, стерилләштерә, вакцина яһай һәм элекке йөрөгән мөхитенә ҡайтара. Әммә был көрәш ысулын ҡырағай тәбиғәттә йәшәгән хайуандарға йүнәлтеп булмай. Белгестәр билдәләүенсә, урманға эләккән эттәрҙе йыртҡыстарға тиңләргә мөмкин. Сөнки улар өйөр менән йөрөп, башҡа хайуандарға, ҡоштарға ташлана. Халыҡ һайланыусылары берәҙәк эттәр иҫәбе көйләнергә тейеш тигән ҡарашта.