Өфөлә Граждандар хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн күнекмәләр ойошторолдо

Эҙләү һәм ҡотҡарыу отряды ағзалары төнгө шарттарҙа янғынды һүндереү, тәбиғәттә зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталығын камиллаштырҙы. Бындай ярыштар йылына ике тапҡыр ойошторола. Ҡотҡарыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Яңылыш ҡына бер хәрәкәт тә ҡотҡарыусының да, йәрәхәтләнеүсенең дә ғүмерен өҙә ала. Бәхеткә күрә, был тик күнекмә генә. Шуға ҡарамаҫтан, шарттар тулыһынса ысын һәләкәткә яҡынлаштырылған. Бәхетһеҙ осраҡҡа тарыусыларҙы ағас ҡурсаҡтар алмаштыра.

Сценарий буйынса, йорттарҙың береһендә ут сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар алдында зыян күреүселәрҙең барыһын да табып, ярҙам күрһәтеү бурысы тора. Һәр секунд алтынға бәрәбәр булғанда, тиҙ һәм дөрөҫ эш итеү мөһим. Был осраҡта хис-тойғолар ҡамасауларға тейеш түгел.

Берәүҙәр шахта торбаһына ҡыҫылғанды ҡотҡарһа, икенселәр бина емерелеү һөҙөмтәһендә таш аҫтында ҡалыусыға ярҙам итә. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәр 20 килограм ауырлыҡтағы ҡоролмалар файҙалана. Ҡотҡарыусы хеҙмәте физик көс кенә түгел, йөрәк ныҡлығын да талап итә.

Ә был кадрҙарҙа ҡотҡарыусылар тәбиғәт шарттарында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыусыларҙы ҡотҡарыу күнекмәләрен камиллаштыра. Әткәйндәй, баш ҡала ял зоналарының береһе күнекмә майҙаны итеп осраҡлы һайланмаған. Бер нисә йыл элек тап ошо биләмәләге соҡорға бала ҡолап төшкән. Ул саҡта хеҙмәткәрҙәр 10 йәшлек малайҙы ҡотҡара. Граждандар һаулығы өсөн көрәштә улар ерҙә лә, һыуҙа ла, күктә лә үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Сөнки ҡотҡарыусы - улар өсөн һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше.

Рәзилә Ғиниәтуллина