Бөгөн - Халыҡ-ара етлекмәй тыуған сабыйҙар көнө

Был дата 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы өсөн дә мөһим. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында айырым бүлек булдырылыуға тиҫтә йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә табиптар меңдәрсә сабыйға йылы өләшкән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында был көндө йыл һайын тулҡынланып ҡаршылайҙар. Зәлиә Вәлиеваның 990 граммлыҡ сабыйы менән бүлеккә 10 октябрҙә эләгә. Бөгөн ҡыҙы 2 килограмм да 364 грамға еткән.

Дауахананың неонаталь корпусы бер реанимация һәм ике етлекмәй тыуған сабыйҙар патологияһы бүлектәренән тора. Күп профилле стационарҙа төрлө патологиялы сабыйҙар реабилитация һәм абилитация үтә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте йыл һайын тиерлек ил кимәлендә юғары баһалана.

Ғөмүмән, бүлектә йыл һайын йөҙҙәрсә бала реабилитация үтә. Бында етлекмәй тыуған һәм башҡа патология менән сабыйҙар дауалана. Тәүҙә улар интенсив терапия палатаһында инкубаторҙарҙа ята, һуңынан әсәләре эргәһенә күсерелә. Оло тормошҡа шулай юл һалына.

Азат Ғәлиуллин