Башҡортостанда «Бала саҡ именлеге индексы» тикшереүе ойошторолдо

Малай-ҡыҙҙарҙың тормошон яҡшыртыу, уларҙы борсоған һорауҙарҙы асыҡлау өсөн төҙөлгән анкетаны балалар республиканың 20 район-ҡалаһында тултырҙы. Уларҙың яуаптарына таянып, дәүләт кимәлендә проекттар ҡаралыр тип көтөлә.

Тикшереү ата-әсәләр, тиҫтерҙәр, уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, һөнәр һайлау, хәүефле хәлдәрҙән һаҡланыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота.