Өфөлә Башҡортостан башлығы кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса 2022-2023 йылғы универсиада асылды.
Бындай форматта спорт сараһы беренсе тапҡыр ойошторола. Уны асыу тантанаһы Йәштәр һарайында үтте. Универсиадала юғары уҡыу йорттары командалары ҡатнаша. Спорттың утыҙҙан ашыу төрө буйынса ярыштар йыл әйләнәһенә уҙғарыла һәм еңеүселәр йәйге семестр үткәс билдәләнә. Спорт сараһының маҡсаты төрлө юғары уҡыу йорттары студенттарын берләштереү, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу