Ҡыш айҙарында федераль трассала 200-ҙән ашыу, төбәк һәм район араһындағы юлдарҙа 1 мең 400 самаһы техника эшләй. Айырыуса хәүефле юл өлөштәренә ҡом йәшниктәре урынлаштырылған. Бынан тыш, ваҡытлыса туҡтау урындары булдырыла. Ашығыс ярҙам хеҙмәте телефоны: 112. Республиканың юл хужалығы идаралығына 8-927-355-11-00 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.