Стәрлетамаҡ районында янғында 7 кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында сыҡҡан төнгө янғында 7 кешенең ғүмере өҙөлгән. Утта күп балалы ғаиләнән 5 йәшлек ике малайҙың ғына иҫән ҡалыуы билдәле. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ғаилә башлығы уларҙы уттан сығарып өлгөргән. Тик ҡалған балаларын һәм тормош иптәшен ҡотҡарам тип үҙе лә һәләк булған. Фажиғә урынында әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика прокуратураһы һәм тәфтиш комитеты белгестәре эшләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Урындағы ауыл хакимиәте ғаиләне социаль яҡтан тотроҡло, яҡшы ғаилә булыуын билдәләй. Ата-әсә үҙҙәренең һәм уллыҡҡа алған балаларын тәрбиәләгән. Өйҙә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары эшләгән. Ваҡиға сәбәптәрен әле тәртип һаҡлау органдары асыҡлай.