Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында алдынғы ҡарашлы йәштәр белем ала

Уҡыуҙа һынатмаҫ заман менән бергә атлаған егет-ҡыҙҙар хаҡында киләһе яҙмала. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының икенсе курс студенттары - Күгиҙел ауылынан Инсаф Дауытбаев менән Бөрйән егете Рәшит Ғәбитов -бала саҡтан тимер ат менән дуҫ. Әле улар тракторсы һөнәрен үҙләштерә. «Һәр ир -егет техниканы йүнәтә,руль артында йөрөй белергә тейеш»,- ти йәштәр.

Белемдәрен камиллаштырыу, тәжрибә туплау маҡсатында, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары яҙлы- көҙлө баҫыуҙа практика үтә. Инсаф менән Рәшит тырыш,намыҫлы хеҙмәттәре өсөн район хакимиате башлығы Фәнис Әминевтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Өлгөр егеттәр уҡыуҙан тыш,спортҡа ла ваҡыт таба. Инсаф футбол менән дуҫ булһа, Рәшит иһә район,республика күләмендә үткән волейбол ярыштарында ҡатнаып,яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Белеүебеҙсә, уҡыу йортонда 330 тирәһе студент белем ала.Бында хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән ҡулланылған һөнәр эйәләре әҙерләнә.

Альбина Байегетова