Унда Матвеевка ауылындағы янғынға бәйле һөйләшеү булды. Киләсәктә бындай фажиғәләрҙе булдырмау өсөн тейешле саралар күрергә, һәләк булғандарҙы ерләүҙә ярҙам итергә, уттан зыян күргән йортто ремонтларға ҡушылды. - Һәр кем янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш, - тине Ирек Сәғитов. Бөгөн Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында ике фатирлы йорт янды. Утта 5 бала һәм уларҙың ата-әсәләре ғүмере өҙөлдө. Тағы ике баланы аталары йорттан сығарып өлгөрә, улар иҫән ҡала.