Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ике ярымдан 4 процентҡа тиклем йыллыҡ ставка менән льготалы финансланыу мөмкинлегенә эйә. «МСП» корпорацияһы Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә яңы кредитлау программаһын асҡан.
Программаның бизнес өсөн яҡшы мөмкинлектәре тураһында иҙнвестиция сәғәте барышында бәйән ителде. Бөгөнгә муниципалитеттарҙа дөйөм суммаһы 35 миллиард һумлыҡ инвестицияға иҫәпләнгән 129 проект исемлеге әҙерләнгән. Сумманың 35 миллиард һумы займдар рәүешендә талап ителәсәк.
Ултырышта шулай уҡ өҫтөнлөклө статусы алған бер нисә проект та ҡаралды. Улар араһында Өфө һәм Дүртөйлө райондарында органик ашламалар етештереү буйынса ике завод төҙөлөшөнә бәйлеләре лә бар. Бынан тыш, кәңәшмәлә әлегә планда булған «Нуғай паркы» рекреация һәм ял-һыуыҡтырыу үҙәге, шулай уҡ күмәртәләп-бүлеү үҙәген төҙөү мәсьәләләре лә ҡаралды.