Әле хеҙмәткәрҙәр Ағиҙел йылғаһы төбөндә эшләй. Дюкер, йәғни һыу аҫты торбалары канализация селтәрен таҙартыу комплексына тоташтыра. Йылғаның бер ярынан икенсеһенә 5 метрлыҡ тәрәнлектә траншеялар ҡаҙылған, канализация торбаларын һалыр өсөн, тростар һуҙылған.
Оҙонлоғо 13 саҡрымдан ашыу булған коллекторҙы булдырыу «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Буласаҡ коллектор тағы ла 4 миллион квадрат метр майҙанда төҙөләсәк торлаҡтарҙы хеҙмәтләндерер тип күҙаллана, ҡеүәтенә килгәндә, күрһәткес тәүлегенә 140 мең кубометр тәшкил итә. Эш ике сменала алып барыла, төҙөлөшкә 80 хеҙмәткәр һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән. Канализация системаһы киләһе йылдың октябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.