Өфөлә яңы йыл шыршылары күренә башланы

Ҡупшыҡайҙар «Ҡашҡаҙан» паркы һәм Дим районында ҡуйылды. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, ағастар Нуриман һәм Благовещен райондарынан килтерелгән. Сипайлово биҫтәһендәге шыршының бейеклеге 18, Дим паркында - 25 метр. Яҡын көндәрҙә улар биҙәлә башлаясаҡ.