Салауатта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында олимпия чемпионы Вениамин Таянович призына Бөтә Рәсәй турниры тамамланды. Быйыл 10-сы тапҡыр ойошторолған турнирҙа илдең 40 төбәгенән 250 спортсы ҡатнашты. Был старттар менән параллель рәүештә шулай уҡ терәү-хәрәкәт аппараты зыян күргән йөҙөүселәр араһында Рәсәй кубогының 1-се этабы ла уҙҙы.