«Торатау» конгресс-холында балалар ялын ойоштороу һорауы буйынса ведомство-ара ултырыш үтте

Унда быйылғы ял кампанияһына йомғаҡтар яһалып, 2023 йылға маҡсаттар билдәләнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Быйыл Башҡортостанда бер мең 800-ҙән ашыу лагерҙа балаларҙың йәйге ялы ойошторолған. Уларҙың эсенә йыл әйләнәһенә эшләгән, мәктәп яны, профилле лагерҙарҙар инә. Йәйге ялға Луганск халыҡ республикаһынан мең ярымдан ашыу малай-ҡыҙҙар килгәйне. Башҡорт мәҙәниәте, тәбиғәте менән танышыу тәьҫораттарын улар видеояҙмаға һыйҙырған.

Ковидтан һуң быйыл тәүге тапҡыр лагерҙар балаларҙы 100 процентҡа тиклем ҡабул итә алды. Санитар эпидемиологик талаптар ҙа йомшартылып, профилле сменалар күбәйҙе. «Торатау» конгресс-холында үткән Балалар ялын ойоштороу һорауы буйынса ведомство-ара ултырышта көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарауҙан тыш, республиканың иң яҡшы лагерҙары бүләкләнде.

Кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, ял ваҡытында өлөшләтә мобилизацияға алыныусыларҙың балаларына айырыуса иғтибар биреү кәрәклеген телгә алды. Шулай уҡ лагерҙарҙы төҙөкләндереү буйынса федераль программа тураһында ла хәбәр ителде.

Лагерҙарҙы төҙөкләндереү йәки яңынан төҙөү өсөн аҡсалата ярҙам алыу өсөн яңы федераль пограмма эшләй башлаясаҡ. Шуға күрә ултырышҡа ҡала ситендәге лагерҙар етәкселеген саҡырҙыҡ. Уларҙы конкурс шарттары һәм үҙенсәлектәре менән таныштырыу, ғариза әҙерләү - төп маҡсат.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры  

Кәңәшмә аҙағында, йәйге ваҡытта ғына түгел, балаларҙың һәр каникулын ҡыҙыҡлы итеп уҙғарыу бурысы ҡуйылды.

Әлфинә Килдейәрова