Благовар районы үҙәгендә подъезға инә алмай аҙапланған инвалид бала хаҡында яңы мәғлүмәт

Благовар районы үҙәгендә подъезға инә алмай аҙапланған инвалид бала был йортта бөтөнләй йәшәмәй булып сыҡты. Баҡтиһәң, Виктор исемле үҫмер реабилитация үтеү осорона апаһы йәшәгән торлаҡҡа ваҡытлыса ҡунаҡҡа килгән. Был турала район етәкселеге Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Ирек Зариповҡа еткерҙе. Депутат бөгөн Языков ауылына барып хәл менән шәхсән танышты. Интернет селтәрендә янъял ҡуптарған видеояҙма һәм уның эҙемтәләре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Виктор үҙе генә түгел, хатта яҡындары ярҙамы менән дә баҫҡыстан төшөргә ҡурҡа. Әммә был хәүефләнеү баҫҡыстың текәлеге , коляска төшөрөү өсөн ҡулайлама булмауына бәйле түгел. Үҫмерҙең был мөхиткә бөтөнләй күнекмәгәнен төҫмөрләргә мөмкин. Ә бына тубыҡланып ул әллә ниндәй үрҙәргә лә артылыр төҫлө.

Баҫҡыстан үҙ аллы күтәрелгәндә Викторҙың ҡурҡыу тойғоһо һиҙелмәй. Яңы бейеклектәр яулаған шикелле йөҙөндә йылмайыу бар. Йәғни , имгәкләп йөрөү уның өсөн күнегелгән хәрәкәт. Баҡтиһәң, малай ысынлап та, ауыл шарттарында йәшәй. Бейек баҫҡыстар ҙа, уңайһыҙ подъездар ҙа унда юҡ. Ә был видео инвалид үҫмер апаһына ваҡытлыса килеп йөрөгәндә төшөрөлгән.

Викторҙың был йортта йәшәмәгәнлеген район хакимиәте лә иҫбатлай. Йәғни, рәсми рәүештә был иҫке йортта инвалид түгел, ә балалар коляскаһы йөрөтөүселәр ҙә юҡ.

Фатир Викторҙың ағаһына теркәлгән, шулай ҙа унда бер туған апаһы тора. Ә рәсми теркәү юҡ икән был йортта пандус урынлаштырыу ҙа ҡараламаған.

Хәйер, уңайлыҡтар талап итеп рәсми мөрәжәғәт, ғариза ла булмаған Инвалид бала ваҡыты-ваҡыты менән реабилитация үтергә район үҙәгенә алып килгәндә ҡунырға ҡала. Ҡайһы саҡ бер төнгә, ҡайһы ваҡытта аҙналап та йәшәйбеҙ, ти үҫмерҙең әсәһе.

Викторҙың әсәһе аҙналап был фатирҙа ятабыҙ тиһә лә йәшәгән ауылындағы уҡытыусылар киреһен иҫбатлай. Малай район үҙәгендә бик һирәк тотҡарлана. Быны дәрестәрҙе ҡалдырғаны өсөн алып килгән справкалар ҙа дәлилләй, ти улар.

Шуға ҡарамаҫтан район етәкселеге мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышҡан. Дөрөҫ, интернетта видео таралғас ҡына. республика парламенты депутаты Ирек Зарипов та проблеманы бер яҡлы ғына яҡтартҡан төрлө сығанаҡтарҙан түгел , ә үҙе барып хәл итергә булған.

Һөҙөмтәлә Викторҙың әсәһе инвалид улы өсөн дә фатир алырға ҡарар итте. Ләкин был йортта түгел, ә уңайлыҡтары булған , уңайлы мөхитле торлаҡтан. Ирек Зарипов иһә сират көттөрөп тормай үҫмерҙең коляскаһын да үҙ иҫәбенә алыштырырға һүҙ бирҙе.

Айнур Кәбиров