Форумда бөгөнгө шарттарҙа иҡтисадты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү темалары күтәрелә, эшҡыуарлыҡтағы көнүҙәк мәьсәләләр ҡарала. Сара 14 декабрҙә башлана. Аҙна дауамында конгресс майҙансығында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь һәм Төркиә бизнес үҙәктәре эшләйәсәк. Шулай уҡ “ТЭФИ-Капитал”Рәсәй телепремияһы еңеүселәрен бүләкләү була. Бөтә саралар форумдың рәсми сайтында тура эфирҙа күрһәтелә.