Асҡын районында яҡташлыҡты яҡшы эштәр менән раҫлаған «Атайсал» проекты - уңған, бөтмөр шәхестәрҙе берләштерҙе. «Яҡташлыҡ көсө» 1- се муниципаль зона форумын Асҡын ерендә үткәрелеүенә төплө нигеҙ бар. Яҡташлыҡ көсөн үҙ өлгөһөндә тотош республикаға таратыусылар төбәгенән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Өлкәндәргә баш эйә, тәжрибәһенән фәһем ала асҡындар. «Яҡташлыҡ көсө» форумының мәртәбәле ҡунаҡтары райондың иң өлкән кешеһе, 97 йәшлек Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировтың хәл-әхүәлен белеште, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бүләген тапшырыҙы, изге эшкә фатиха алды.
Йәҙйәшәр аҡһаҡал яҡташлыҡтың көсөн Алыҫ Көнсығышта Квантун армияһына ҡаршы көрәштә инана.
Ә һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында Упҡанкүлдәр тыуған ил ҡәүәтен, күмәк көс менән бергәләп күтәрә. Ауылдың
Үҙәк урамындағы мәсет Радис Ғәлиәкбәров тарафынан,» Атайсал» проекты старт алыуға тиҫтә йыл алдан төҙөлә башлай. Вафатынан һуң ауыл имамы етәкселегендә халыҡ менән берлектә төҙөлөп бөтә. Күптән инде иман йорто ауылдаштарҙы үҙенә тартып торған мәккәгә әүерелгән.
Өфө ҡалаһы эшсе депутаттары советының беренсе рәйесе Иван Яҡутов һәйкәле һәм уның эргәһендәге парк «Атайсал» проекты сиктәрендә яңыртылған. Өфөнөң Совет районы хакимәте урынбаҫары Адик Фәтҡуллин ябай халыҡ араһынан сыҡҡан яҡташы исемен мәңгеләштереүҙә ҙур тырышлыҡ һалған. Йәштәр ошо төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы яҡташтарын хәтерләп, тормошо һәм эшмәкәрлеге, биографияһы аша, ил тарихын да өйрәнә аласаҡ.
Форум ҡунаҡтары район үҙәк мәсетендә традицион дини конфессия вәкилдәре менән осрашты. Һуңғы осорҙа диндарҙар махсус операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә рухи ҡалҡан булраҡ сығыш яһай. Уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙең дә алғы һыҙығында. Улар «Атайсал» проектынан да ситтә ҡалмаған.
Изге Николай ҡорамына 1803 йылда урындағы сауҙагәрҙәр нигеҙ һалған. Архитектура ҡомартҡыһына ла капиталь ремонт «Атайсал» проекты ярҙамында үтәлә. Асҡындар яҡташлыҡ көсө менән 600 ашыу изге эш башҡарған. Район мәҙәниәт йорто алында «Башҡортостанда үҙебеҙҙә етештерелгән продукция» күргәҙмәһендә төнъяҡ -көнсығыш райондарынан иң уңышлы эшҡыуарҙарҙы йыйылған. Улар араһында «Атайсал» проектыңда әүҙем ҡатнашып мәсеттәрҙе, шишмәләрҙе төҙөкләндереүсе эшҡыуар Эдуард Тимерғәлиндың тимер эштәре, район мәктәптәренә, хәрбиҙәргә, һалдат ғаиләләренә ярҙам итеүсе Муллахмәтовтарҙың кәсебе менән яҡындан танышырға мөмкин ине.
Асҡын район мәҙәниәт йорто фоейһында 11 район вәкилдәре «Атайсал» проектында башҡарылған эштәрен презентацияланы, алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған» Атайсал» проекты порталына ике йыл эсендә 11844 заявка бирелгән ,уларҙың 11036 тормошҡа ашырылған.
«Атайсал» дың мөмкинлектәре киң, эшлекле тәҡдимдәр индереүселәр, көслө идеяларҙы тормошҡа ашырыусылар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Форум әүҙем шәхестәр, идеяһы ташып торған йәштәрҙе, уңышлы яҡташтарҙы бер ҡорға йыйҙы. «Яҡташлыҡ көсө» форумы меценттар менән аралашыу майҙанына ла әүрелде. Иң әүҙем атайсалсылар тырышлығы рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Башҡортостан Башлығы грантына «Яҡташлыҡ көсө» 2-се зона муниципаль форумын Ҡырмыҫҡалы районы ҡабул итте.
«Яҡташлыҡ көсө» муниципаль форумында 12 район делегацияһы, шул иҫәптән Пермь крайы вәкиле лә ҡатнашты. Изге ғәмәлдәр аша мохтаждарға ярҙам итеү, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү теләге һәм кемебеҙҙең тәбиғәтендә. «Атайсал» проекты аша йомарт, эшлекле шәхестәребеҙ тыуған еребеҙҙе күркәм, ә кешеләрен бәхетле итә.
Гүзәл Борханова