Башҡорт дәүләт ҡурсаҡтар театрынан премьера

Кескәй тамашасылар өсөн «Золушка» әкиәте сәхнәләштерҙе. Уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә ҡарарға мөмкин. Тамашала үҙенсәлекле ҡурсаҡтар файҙаланыла. Сәхнә серҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.

Сәхнәлә кеше түгел, ҡурсаҡтар хәрәкәт итеүен тәү ҡараштан абайлауы ҡыйын. Уларҙың һәр бер детален айырыуса нескәлек менән эшләгәндәр. Ҡурсаҡтарҙың һыны 3д принтерҙа сығарылған, ә сағыу күлдәктәрҙе театр хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре теккән.

Тамаша марионеткалар файҙаланылыуы менән үҙенсәлекле. Йәғни ҡурсаҡтар ҡулға кейелеп түгел, ә 3 метрлыҡ ептәр менән идара ителә. Әйткәйндәй, марионеткалар Рәсәй театрҙарында бик һирәк сәхнәгә сығарыла. Сәбәбе улар менән идара итеүҙең ҡатмарлығы менән аңлатыла. Актерҙар иһә 6 метрлыҡ бейеклектә баҫып тора. Бының өсөн ауырлығы 5 тонналыҡ махсус ҡоролма ла яһалған. Ер өҫтөндә эшләү үҙенсәлектәренә актерҙар махсус уҡыуҙа төшөнгән.

Спектаклдә һәр бер геройҙың дублеры бар. Әйтәйек, Золушка ҡурсағы өсәү: һәр береһе төрлө кейемдә. Йәмғеһе тамашала 30-ҙән ашыу марионетка файҙаланыла. Ярты метрлыҡ ҡурсаҡтарҙы Санкт-Петербургта яҡташтырыбыҙ эшләгән. Сағыу спектакль төп тамашасы - кескәйҙәрҙе битараф ҡалдырманы.

Ҡурсаҡ театры бинаһы төҙөкләндерелгәнсе, тамашалар башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында үтә. Ә «Золушка» әкиәтен тағы ла йәкшәмбе 12 һәм 15 сәғәттә ҡарарға мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина