Башҡортостандың ирекле батальонындарына яңы техника

Улар яугирҙәр өсөн өҫтәмә көс буласаҡ һәм махсус хәрби операция барыстарын үтәргә ярҙам итәсәк. Сираттағы гуманитар конвой менән менән яҡташтарбыҙға шулай уҡ ҡышҡы кейем-һалым, махсус ҡорамалдар, тыуған йорттарынан посылкалар оҙатыла. Алыҫ юлға сығыр алдынан тауарҙар төрлөлөгө менән хәрбиҙәрҙең тормош иптәштәре танышты.

«Башнефтегеофизика» йәмғиәте яугирҙәрҙе ташыу өсөн «Урал» базаһында бронялы автомобиль сығарған. Коллектив шулай уҡ ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәрен бик яҡшы күрһәткән тағы ла өс УАЗ автомобилен оҙатыуға әҙерләгән. Сираттағы гуманитар конвой менән оҙаталысаҡ техника саралары бының менән сикләнмәй. Йәкшәмбе иртән гуманитар ярҙам тейәгән был машиналар махсус хәрби операция урынына йүнәләсәк.

Сираттағы гуманитар ярҙам Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға тәғәйенләнгән. «Был инде оҙатыласаҡ ярҙамдың бер өлөшө генә. Ул беҙҙең яугирҙәр өсөн өҫтәмә көс буласаҡ һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын үтәргә ярҙам итәсәк», тип яҙҙы үҙ сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы.

Гуманитар ярҙам беҙҙең предприятиелар, вайымһыҙ булмаған кешеләр тарафынан йыйылған. Бында яҡташтарыбыҙға хеҙмәт итеү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар тупланған. Шул иҫәптән ҡышҡы кейемдәр ҙә.

Берҙәм логистика үҙәгенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыдарҙың тормош иптәштәре лә саҡырылды. Улар хәрбиҙәр өсөн йыйылған кәрәк-яраҡтар менән танышты. Үҙҙәре лә яҡындары өсөн тыуған йорттарынан посылкалар әҙерләгән.

Гуманитар ярҙам шулай уҡ Башҡортостандан мобилизацияға йәлеп ителеүселәр өсөн дә тәғәйенләнгән. Йөк машиналары оҙон маршрут менән бара. Тәүҙә улар Луганск халыҡ республикаһына, артабан Запорожье өлкәһенә инәсәк.

Илдар Байбулатов