Йыл башынан Өфөлә бер мең 700-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Йыл башынан Өфөлә бер мең 700-ҙән ашыу янғын теркәлгән. Уларҙа 33 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа, күңелһеҙ статистика көндән-көн тулыланып тора. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн баш ҡаланың янғын хәүефһеҙлеге идаралығы сираттағы рейдтарға сыҡты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Аңлатыу эштәре башлыса шәхси секторҙарҙа йәшәүселәр араһында үтә. Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр күберәк ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән барлыҡҡа килә, шулай уҡ электр ҡорамалдарын, ҡалған осраҡтар мейесте дөрөҫ ҡулланмауҙан килеп сыға. Илдар Бикбулатов янғын хәүефһеҙлегенә бәйле талаптарҙы теүәл үтәргә тырыша.

Профилактик рейд барышында мунсалар ҙа тикшерелде. Мейестәрҙең төҙөлөшө ҡаралды, шулай уҡ улар алдында тимер ҡалайҙар, йәҙни көллөктәрҙең булыу шарт.

Янғын күҙәтеү инспекторҙары ут һүндергестең ҡулланыу ваҡыты үткәнен билдәләне. Ҡыҙыл индикаторҙың янып тороуы - ут һүндергес менән ҡулланырға ярамағанлыҡты белдерә. Уны яңынан һатып алырға, йәки тултырып алдырырға кәңәш ителә.

Шәхси секторҙа йәшәүсе ишле йәки инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, янғыҙ тороусы ололарға айырыуса иғтибар бирелә. Йыл башынан алып Өфөлә 1 747 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 33 кешенең, шул иҫәптән 1 кескәй замандашыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалары булмағандарға, уларҙы алып ҡуйырға кәңәш итәбеҙ. Янғын күҙәтеү инспекторҙары айырым категорияға ҡараған граждандарға датчиктарҙы бушлай тарата. Һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙың да артыуы күҙәтелә. Улар датчиктарҙы 5-10 меңгә тәҡдим итеп, уларҙы ҡуймаған осраҡта штраф һалыныу ихтималлығы менән ҡурҡыта. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Янғын иҫкәртеү ҡоролмаларының хаҡы 300-500 һум самаһы.

Булат Ибраһимов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының бүлек етәксеһе

Шулай уҡ янғын күҙәтеү инспекторҙары ҡышҡы осорҙа шәхси секторға ингән урындарҙы ҡарҙан таҙартып торорға, автомобилдәрҙе парковкаға дөрөҫ ҡуйырға кәңәш итә. Был ут сығып киткән осраҡта янғын һүндереүсе машиналар еңел үтә алһын өсөн эшләнә.

Әлфинә Кидейәрова