Белорет ҡалаһында барлыҡҡа килгән «Офоҡты ашаҡла» паркы проекты Built Design Awards 2022 конкурсының « Ландшафт» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды һәм шулай уҡ «Алтын Трезини» халыҡ-ара архитектур-дизайн премияһы дипломына лайыҡ булды. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ике халыҡ-ара конкурста еңеп сығыу Башҡортостанда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшенә юғары баһа. « Офоҡто ашаҡла» проекты Рәсәйҙең уңайлы ҡала мөхитен ойоштороу конкурсында еңеп сығып грант отто. Был аҡсаларға иҙел башының Белорет ҡалаһы тирәһендәге яры төҙөкләндерелеп, ял итеү урындары булдырылдып үҙенсәлекле парк барлыҡҡа килде.
Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгәс тә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшен йәнләндерҙе. Һәр район үҙәгендә, ҡалала үҙенә генә хас ял итеү урындары, парк, скверҙар төҙөү кәрәклеген белдерҙе. Һөҙөмтәлә бығаса ташландыҡ хәлдә ятҡан яландар, йылға, күл буйҙары, ағаслыҡтар матур парктарға, заманса ял итеү үҙәктәренә әүрелде. Белорет ҡалаһындағы «Офоҡто ашаҡла» паркы төҙөлөшөн дә ул шәхсән күҙәтеүҙә тотто.