Өфөлә Башҡортостан татарҙары конгрессының бишенсе Съезы үтте

Унда республика район-ҡалаларынан делегаттар ҡатнашты. Сара сиктәрендә йәмәғәт ойошмаһының сирек быуатлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Мандат һәм контроль-ревизия комиссияларының отчеттары уҡылды, Уставҡа төҙәтмәләр индерелде, конгресстың яңы етәкселеге билдәләнде. Съезд аҙағында туған тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән резолюция ҡабул ителде.

Съезға саҡырылған ҡунаҡтар шағир Ғабдулла Туҡайҙың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, монумент 2019 йылдың апрелендә «Нур» Өфө дәүләт татар театры алдында ҡуйылғайны. Башҡортостан татарҙары конгрессына килгәндә, йәмәғәт ойошмаһы тарафынан сәнғәт өлкәһендә йәш таланттарҙы асыуға йүнәлтелгән саралар ҙа уңышлы уҙғарыла.