Илебеҙҙә Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Хеҙмәткә китә егеттәр. Илебеҙҙә Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Был миҙгелдә республиканан яҡынса 4 меңдән ашыу егет һалдат кейемен кейәсәк. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 12 егет әрме сафына юл алды.

Атай-әсәй, яҡындарһыҙ бер йыл. Хәрби хеҙмәткә юлланыусы егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы,көр. Баймаҡ ҡалаһынан Алмаз Ғәбделманов әрмегә етди әҙерләнеп, аңлап бара. Армия -егеттәр өсөн сынығыу мәктәбе -ти ул.

Урындағы хәрби комиссариат саҡырылышты планға ярашлы алып бара. Сираттағы кампания

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,көҙгө саҡырылыш 1 ноябрҙә старт алғайны. Егеттәр махсус операцияға ебәрелмәйәсәк , Рәсәй биләмәһендә генә хеҙмәт итәсәк.

Альбина Байегетова