Ғафури районы егете Донъя чемпионы титулына лайыҡ булды

Рәсәй йыйылма командаһы Төркиәлә үткән шахбокс буйынса 4-се Донъя чемпионатының дөйөм зачетында беренсе урын яуланы. Шахбокс - ул шахмат менән боксты үҙ эсенә алған гибридлы спорт төрө. Турнирҙың дебютанты яҡташыбыҙ Илсур Исхаҡов, финалға үтеп, быға тиклем бер ҡасан да еңелмәгән француз егетен еңде.

Донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған Илсурҙы шахмат уйнарға атаһы Ҡауарҙы ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Сабир Исхаков өйрәтә. Бокс менән иһә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған ваҡытта ҡыҙыҡһына башлай. Шахбокс менән бер йыл элек кенә ныҡлап шөғөлләнгән егет Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең шахбокс Федерацияһы Кубогына ла лайыҡ булған.