Район мәҙәниәт һарайы артистары сағыу тамаша менән сығыш яһаны. Яҡташ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам маҡсатында ойошторолған концертта башҡорт, татар, рус телдәрендә патриотик йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.
Район мәҙәниәт һарайы башланғысы менән ойошторолған хәйриә концертында йыйылған аҡса яҡташ яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә тотонола. Бүздәктәр үҙҙәренекен ташламай.