Вице-премьер–Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Тармаҡҡа 79 процентҡа күберәк инвестиция йәлеп ителгән. Ҡеүәтле проекттарға ярашлы, малсылыҡта юғары күрһәткестәр һаҡлана. Быйыл 10 айҙа 354 мең тонна ҡош һәм мал ите, 643 мең тонна һөт, 790 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Бөгөн Күгәрсән районында зона кәңәшмәһендә малсылыҡ йүнәлешендә төп эштәргә йомғаҡ яһала.