75 төбәктән килгән 400-ҙән ашыу ашнаҡсы һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыша. Былтыр мәртәбәле сара Мәскәү ҡалаһында ойошторолһа, быйыл ашнаҡсылар Өфөлә һынау тота. Конкурс был һөнәргә иғтибар арттырыу, мәктәп ашханаларының эшен яҡшыртыу маҡсатында үткәрелә. Рәсәй Мәғариф министрлығының Мәктәп уҡыусыларын ашатыу мониторингы үҙәге етәксеһе Валентина Иванова әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу яҡшы ойошторолған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонкурста Башҡортостан данын Өфө, Октябрьский ҡалалары, Иглин һәм Бүздәк райондарынан 4 мәктәп ашханаһы яҡлай. ”Туҡланыу үҙәге” йәмғиәте директоры Рита Абдрахманова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы” конкурсы еңеүсеһе бөгөн билдәләнә. “Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы”, Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы” һәм “Иң яҡшы миллионлы ҡала мәктәп ашханаһы” номинацияһында еңеүселәр Суперфиналда асыҡлана. Был бәйге 24 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙа.