Башҡортостанда юл торошона бәйле мөрәжәғәттәр арта

Уҙған аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһында 5 меңгә яҡын хәбәр теркәлгән. Юлдар темаһы элеккесә беренсе урында. Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аҙна дауамында махсус хәрби операцияға бәйле Республика ситуация үҙәгенә 850-нән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына бәйле мәғлүмәтте Телеграмда махсус чат-ботта табырға була.