Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары менән таныштырҙы. 5-11 класта белем алған 2 меңдән ашыу уҡыусы һәм колледжда уҡыған 500 студент бушлай ашатыла. Киләсәктә мобилизацияланған ир-егеттәр балаларына урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алыу өсөн сертификат биреү ҡарала.