Ул 31 декабргә тиклем дауам итә. Урман инспекторҙары полиция менән берлектә ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын асыҡлай, шулай уҡ шыршы баҙарында рейдтар уҙа. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 3-4 мең һум штраф һалына. Урманға ҙур зыян килтергән өсөн иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.