Башҡортостанда был аҙнала Әсә көнөнә арналған саралар уҙа

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһы башлана. Уның барышында өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғандар ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. Иртәгә Өфөлә Әсә көнөнә арналған тантаналы сара уҙа. Унда “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырыла. Аҙна дауамында район һәм ҡалаларҙа асыҡ ишектәр көндәре, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, концерттар ойошторола. Әсә көнө йыл һайын ноябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһе билдәләнә. Быйыл ул 27-һенә тура килә.