Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, ниндәйҙәр сәбәп менән йортта 5 тәүлектән күберәк булмаған осраҡта, сүп-сар сығарыу тарифын ҡайтанан иҫәпләтергә була. Оҙайлы командировка йәки ялға киткән фатир хужалары шундай мөмкинлек менән файҙалана ала. Бының өсөн идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә һәм тейешле документтар күрһәтергә кәрәк. Яңы тәртип киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә.